28 июлдә Рәсәйҙә туристик-рекреацион һәм экологик туризм үҫеше Бөтә Рәсәй конкурсының беренсе этабы тамамланды. Конкурс комиссияһы кәңәшмәһендә финалға сыҡҡан проекттар асыҡланды. Улар араһында Башҡортостандан ике проект - “Мәғрур Ирәмәл” һәм “Башҡортостан йөрәге” бар. Был конкурс быйыл 16 октябрҙә тамамлансаҡ. Һөҙөмтәлә ун пилот проект асыҡланасаҡ. Барыһы финалға 34 команда сыҡҡан: 33 проект – Эксперттар төркөмө тарафынан асыҡланһа, берәүһе халыҡтың тауыш биреүе ярҙамында билдәле булған.
Командалар конкурстың икенсе этабына күсте. Унда махсус эшләнгән акселерацион программала ҡатнашасаҡ. Әҙер проекттар инвесторҙарға һәм төбәк властары вәкилдәренә күрһәтеләсәк. Икенсе этап һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр инвесторҙарҙы йәлеп итеү һәм федераль программаларҙан финанс ярҙам мөмкинлеген аласаҡ. Командалар проекттарын ағымдағы йыл аҙағында тормошҡа ашыра аласаҡ.
Конкурс Стратегик башланғыстар агентлығы тарафынан “Экология” милли проекты һәм “2035 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһында туризм үҫеше йүнәлештәре” маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн ойошторолған.
Фото: республиканың Туризм буйынса дәүләт комитетынан алынды.