Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Төркиә Президенты Рәжәп Тайып Эрдоган шылтыратышып, бөгөнгө хәл-ваҡиғалар, киләсәктә берлектә эшләү тураһында фекер алышты. Уларҙың һөйләшеүенән күренеүенсә, тиҙҙән Төркиәгә авиаюлдар асыласаҡ. Дәүләттәр башлыҡтары тәүҙә Кавказ буйындағы сетерекле ваҡиғалар хаҡында һөйләшеп алды. Унда әрмән-әзербайжан сигендә бәрелештәр булып алғайны бит. Владимир Путин белдереүенсә, бындай күренештәргә юл ҡуйырға ярамай. Эрдоган да уның менән килеште. Һәм етәкселәр ғауғаны тыныс шарттарҙа яйларға кәрәклегенә баҫым яһаны. Ике яҡлы бәйләнештәргә килгәндә, беҙ коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса ла фекер алышып ҡына торабыҙ. Кәрәк булһа, ике ил бер-береһенә ярҙам итәсәк.
Тиҙҙән, 1 августан, Рәсәй һәм Төркиә ҡалалары араһында самолеттар осошо тергеҙеләсәк. Туристар интернет селтәрҙәрендә был хаҡта ҡыҙыу бәхәстәр алып бара: сығырғамы быйыл ситкә, юҡмы?
Владимир Путин Рәжәп Эрдоганды һәм Төркиә халҡын етеп килгән Ҡорбан байрамы менән дә ҡотланы.
#ВладимирПутин
Фото: Лента.ру.