Уҙған аҙнала БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры - БР Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе Илшат Тажетдинов милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға арналған кәңәшмә үткәргәйне. Унда быйыл ирешә торған күрһәткестәр ярайһы етди, тип билдәләнде.
- Ағымдағы йылда 199 күрһәткескә ирешергә тейешбеҙ, шуларҙың 76-һы муниципаль кимәлдә. Проекттар өсөн 31,7 миллиард һум ҡаралған. Ул аҡсаның 20,5 миллиард һумы - федераль ҡаҙнанан. Быйыл милли проект буйынса 47 объект файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. 20 балалар баҡсаһы, алты мәктәп, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт учреждениелары, тине Илшат Тажетдинов.