газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль 2020, 11:57

Тағы ябылырмы?

Коронавирус сигенергә уйламай бит әй.

Коронавирус сигенергә уйламай бит әй.
Коронавирус эпидемияһына ҡаршы сараларҙың үтәлешен контролдә тотоусы рейдтар 16 апрелдә башланғайны.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов хәбәр итеүенсә, 23 июлгә ҡарата мобиль төркөмдәр 41 меңдән ашыу ойошманы тикшергән, 643 протокол төҙөлгән. Иң күп хоҡуҡ боҙоуҙар сауҙа өлкәһендә теркәлгән. Был хаҡта Ирек Сәғитов 23 июлдә Башҡортостан Хөкүмәтендә эре сауҙа селтәрҙәре вәкилдәре менән уҙған кәңәшмәлә хәбәр итте.
– Табиптар, инфекционистар, Роспотребнадзор вәкилдәре инфекция таралыуын туҡтатыр өсөн транспорт, магазиндар, дауаханалар, сауҙа үҙәктәре, фитнес-клубтарҙа санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе һаҡларға саҡыра. Битлек режимын һәм социаль араны бындай урындарҙа тайпылышһыҙ үтәргә, биналарҙы даими эшкәртергә кәрәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

– Сауҙа үҙәктәрен һәм башка йәмәғәт урындарын яңынан ябырға теләмәҫ инек. Әммә был күп осраҡта ҡабул ителә торған сараларҙың һөҙөмтәлелегенә һәм әлеге сараларҙың сауҙа үҙәктәренә килеүселәр һәм хеҙмәткәрҙәр тарафынан ниндәй кимәлдә үтәлеүенә бәйле буласаҡ, - тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров.
Автор фотоһы.
Читайте нас: