газета "Салауат"
+23 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль 2020, 11:18

Мөмкинлектәре сикләнгәндәр күптән көтә ине

“Беҙҙә яҡшы яңылыҡтар бар!”, - тип яҙа үҙенең Фейсбуктағы сәхифәһендә БР Премьер-министры урынбаҫары, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

“Беҙҙә яҡшы яңылыҡтар бар!”, - тип яҙа үҙенең Фейсбуктағы сәхифәһендә БР Премьер-министры урынбаҫары, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
“22 июлдән беҙ техник реабилитациялау сараларын һатып алыу өсөн сертификаттар биреүҙе тергеҙҙек.
Февраль айында аҡса етмәү сәбәпле, был мәсьәлә кисектерелгәйне. Ошо арауыҡта ҙур ғына сират барлыҡҡа килгән. Инвалидтар һәм инвалид балаларҙың ата-әсәләре уларҙың тормошон еңеләйткән бындай ҡорамалдарҙы алыуға өмөттәрен өҙгәйнеләр инде.
Ниһайәт, мәсьәлә хәл ителде! Бөгөн оҙаҡ көткән 400 сертификат күп функциялы үҙәктәргә йүнәлтелде.
Улар элеккесә 60 көнгә иҫәпләнгән, ҡорамалдарҙы техник реабилитациялау саралары менән тәьмин итеүселәрҙән һатып алып була.
Бөгөн беҙҙең сертификаттарҙы "Медтехника", "Медсервис+", "Мастер слуха" йәмғиәттәре, Ильясов исемле эшҡыуарҙың предприятиелары әүҙем ҡабул итә. Шуныһы ҡыуаныслы: уларҙың һаны артасаҡ.
Бер һүҙ менән әйткәндә, алға ынтылабыҙ. Киләсәктә инвалидтарҙың тормошон яҡшыртыуҙағы яңы ҡаҙаныштарҙы күрһәтеү маҡсатында техник реабилитациялау сараларының күргәҙмәһен дә ойошторорға тигән ниәт бар”.
Фото: Л. Иванова сәхифәһенән.
Автор: Римма Султанова ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/M-mkinlekt-re-sikl-ng-nd-r-k-pt-n-k-t-ine-382977/
Читайте нас: