газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль 2020, 11:00

Мөһим һәм кәрәкле проект

«Евро+» комплексы – киләсәктә биш объектты алмаштырасаҡ, мөхиткә лә зыяны булмаясаҡ тиерлек.

«Евро+» комплексы – киләсәктә биш объектты алмаштырасаҡ, мөхиткә лә зыяны булмаясаҡ тиерлек.

Владимир Путин белдереүенсә, «Газпром нефть» компанияһының Мәскәү заводы баш ҡаланы яғыулыҡ менән тәьмин итеүсе төп предприятие. Унда бензин, кәрәсин, дизель яғыулығы, битум етештерелә.

- Бик ҙур һәм мөһим проект уңышлы рәүештә ғәмәлгә ашырылды. Үҙебеҙҙең ҡорамал етештереүселәр, ғилми институттар, төҙөлөш компаниялары берлектә эшләне. Пандемия шарттарында ла эш туҡталманы. Ҡорамалдар илдең 15-16 төбәгенән килтерелде, - тип шатлығын белдерҙе Президент.

Уға яуап итеп, РФ энергетика министры Александр Новак, һеҙ 2011 йылда уҡ ҡушҡанса, беҙ нефть эшкәртеү тармағын модернизациялауҙы дауам итәбеҙ, тине.

Эйе, нефть темаһы беҙҙең илдә үтә мөһим урында тора. Хөкүмәт тарафынан нефтте тәрән эшкәртеү буйынса ла тәҡдимдәр әҙерләнгән, Дәүләт Думаһына закон проекты ла ебәрелгән. Был уңайҙан эштәр башланһа, 15 мең яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

#ВладимирПутин

Фото: Кремлин.ру.

Читайте нас: