газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль 2020, 11:26

Лилиә Биктимерова: "Беҙҙең кейәү ҙә "бай" хәҙер!"

Беҙҙең Вилдан да "бай" хәҙер. Йәш ҡайныһы, ҡарт ҡайныһы бар…

Беҙҙең Вилдан да "бай" хәҙер. Йәш ҡайныһы, ҡарт ҡайныһы бар…
"Инстаграм" биттәрендә йырсы Лилиә Биктимерованы күҙәтеп барырға күптәр ярата. Һуңғы арала күңелле яңылыҡтары булды – ҡыҙы Гөлназ Асаеваны кейәүгә бирҙеләр. Гөлназ – Лилиәнең Рөстәм Асаев менән булған беренсе никахында тыуған уртаҡ ҡыҙҙары. Ғәҙәттә, айырылышыу күптәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәре насарайыуға сәбәпсе була. Ә уларҙың хәле башҡаса.
Лилиә Рөстәмдең ҡатыны Айгөл менән дә дуҫ, хатта балалары ла бергә уйнап үҫә. Ғаилә татыулығын нисек һаҡлап ҡалып була? Был хаҡта Лилиә үҙе бына нимә һөйләй.
– Талашып йәшәүҙән мәғәнә юҡ. Рөстәм менән бик яратышып өйләнештек. Кейәүгә сыҡҡанда миңә 16 йәш ине. Әммә ҡиәфәтем бер ҙә бала-саға төҫлө түгел, 20 – 25 йәшлек ҡатындар кеүек күренә инем. Кәүҙә төҙөлөшө лә "собханалла" ине. Минең йәш икәнемде кеше һиҙмәгәндер ҙ. Ул саҡта Рөстәмгә – 19 йәш ине. Аралағы хистәр көслө булды. Бер йылдан ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Мин башта ауылда торҙом, һуңынан Гөлназды өләсәһе менән олатаһына ҡалдырып, Рөстәм янына киттем. Әммә гел бергә тора алманыҡ. Ул йыш ҡына гастролдәргә сығып китә ине. Үҙенән-үҙе әкренләп аралар һыуынды. Беҙ бер-беребеҙҙән ситләштек, айырылырға кәрәк, тигән ҡарарға килдек. Ғаиләлә икебеҙ ҙә ут инек. Тормошта береңә һыу булырға кәрәк икән, – ти ул.
Лилиә был һүҙҙәрҙе хәҙер бик тыныс һөйләһә лә, ул саҡта Рөстәм менән айырылышыу бер ҙә еңел булмаған. Һағыныуҙарҙы ла, күҙ йәштәрен дә кисергән. Тик һуңынан барыһ ла яйланып киткән.
Рөстәм үҙ тиңен тапҡан, Лилиә иһә Фәдис Ғәниев төркөмөнә эшкә килгән...
– Ирем минән 14 йәшкә оло. Уның менән бергә ҡушылғас, нисек тә уртаҡ бала алып ҡайтырға ине, тип йәшәй башланым. Фәдис шул тиклем бала күңелле, сабыйҙарҙы бик ярата. Ҡатын-ҡыҙҙы хөрмәтләй белә торған кеше. Уларҙың нәҫелдәрендә кешегә ҡысҡырыу юҡ. Ҡатын-ҡыҙҙы әсәй кеше булараҡ ҡабул итәләр. Уларҙағы ирҙәр ҡатындарын ҡулда йөрөтә. Тик ҡулда йөрөткәнде аңлаған кеше кәрәк уларга. Ирҙе ир иткән дә, юҡ иткән дә ҡатын, тиҙәр бит. Шуға ла мин Фәдисте яратып ҡына түгел, хөрмәт итеп тә йәшәйем, – ти Лилиә.
Улдары Кәримде улар бик оҙаҡ көтә. 12 йыл балалары булмай тора. 2014 йылдың октябрендә Лилиә йөрәк аҫтында сабый йөрөткәнен белеп ала. Был баланы нисек тә имен-һау табырға ине, тип уйлай ул. Табиптарҙың бар кәңәшен үтәй, дауаханала оҙаҡ ваҡыт ятырға тура килә. Шөкөр, Кәрим иҫән-һау тыуа.
Фәдистең нисек балҡығаны бөгөн дә күҙ алдымда, ти Лилиә.
– Баланы ҡулына алғас та, нишләргә белмәйенсә торҙо. Бик һөйөндө. Әле лә икеһенең араһында ниндәйҙер бәйләнеш бар. Кәрим минһеҙ тора ала, атайһыҙ – юҡ. Шуға ла сабыйҙарыбыҙҙы тигеҙлектә үҫтерергә яҙһын, – ти Лилиә.
Рөстәм Асаевтың балаларын да бик яратабыҙ, ти ул.
– Кешеләр Рөстәмдең ҡатыны менән дуҫ булыуыма шаҡ ҡата. Ә нимәгә аптырарға һуң? Иң мөһиме – улар бәхетле, беҙ бәхетле. Ғүмергә шулай дауам итһен. Беҙҙең Кәрим беренсе күреүгә үк Рөстәмдәрҙең ҡыҙы Әминәне яратты. "Әсәй, мин уға өйләнәм", - ти. Апайым кеүек ҡара ҡыҙҙар оҡшай миңә, тип тә өҫтәй. Әле Рөстәм дә, кейәүем булырһың, әллә ҡайҙан эҙләп йөрөп булмаҫ, тип Кәримде өмөтләндереп ҡуйҙы. Ошо көндәрҙә Мөслим менән Әминәне ҡунаҡҡа көтәбеҙ. Үткәндәр менән йәшәргә ярамай. Ваҡытында ебәрергә лә кәрәк, – ти ул.
Күптән түгел генә "ҡәйнә" булған Лилиә ҡыҙы өсөн бик шат булыуын әйтте.
– Гөлназ бик аҡыллы, тырыш, эшсән ғаиләгә эләкте. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙың тормошон күреп, шаҡ ҡаттыҡ. Аллаһы Тәғәлә балаларыбыҙҙың бәхеттәрен бирһен. Тигеҙлектә йәшәһендәр, – ти ул. – Беҙҙең Вилдан да "бай" хәҙер. Йәш ҡайныһы, ҡарт ҡайныһы бар…
Фото:Interesnoe.me
Автор: Самат Ғәлин ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Lili-Biktimerova--Be-e-key----bay-h-er-382727/
Читайте нас: