25 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө хосписы төҙөлөшөнә әҙерлек барышын ҡараны.
Республикабыҙ өсөн мөһим объектты 2,37 гектар майҙандағы участкала төҙөйәсәктәр. Ул баш ҡаланың көньяҡ өлөшөндә, “Мега” сауҙа үҙәге артында, урынлашҡан. Хоспистың маҡсаты – оло һәм кесе йәштәге дауалап булмаған сирлеләргә паллиатив ярҙам күрһәтеү.
– Хоспистың дауахана түгеллеген аңлау мөһим. Һәм бында кеше үлергә килә, тип әйтергә ярмай. Хоспис – ул күбеһенсә йәшәйеш тураһында, – ти хоспис директоры Радмила Сурначёва. – Сирҙәре дауаланмай торған кешеләр бар. Әммә ошо уҡ ваҡытта улар оҙаҡ йәшәй. Төрлө генетик сирҙәр менән яфаланған балалар була. Уларға ғәҙәттәге дауаханаға йөрөү кәрәкмәй. Бурысыбыҙ – пациенттар өйҙәренә ҡайта алһын өсөн хәлдәрен тотороҡландырыу, һыҙланыуҙарын туҡтатыу, физик һәм психологик йәһәттән уңайлыҡтар булдырыу. Хосписта һәр кемгә шәхсән ҡараш буласаҡ.
Проект буйынса Өфө хосписы өс корпустан торасаҡ: бәләкәй һәм оло йәштәге сирлеләр өсөн бүлексәләр, хакимиәт-медицина блогы. Объект 60 урынлыҡ, шул иҫәптән оло йәштәгеләр өсөн – 40, кесе йәштәге пациенттар өсөн 20 урын ҡаралған. Һәр блокта ял урындарын булдырыу планлаштырыла. Балалар бүлексәһендә уйын майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк.
Башҡортостан Башлығы “Ышаныс” хоспистарға ярҙам фондын ойошторған Нюта Федермессер менән осрашыуҙан һуң, Өфөлә хоспис төҙөргә ҡушҡайны. Былтыр августа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хоспис төҙөү идеяһын хуплау һәм хәлдән килгәнсә финанс ярҙамы күрһәтеү хаҡында мөрәжәғәт иткәйне. Төбәк етәксеһенең саҡырыуына республикала йәшәүселәр ҙә, эшҡыуарҙар ҙа ҡушылған. Һөҙөмтәлә 18 миллион һумға яҡын аҡса йыйылған.
“Өфө ҡалаһының инвестиция-төҙөлөш комитетының махсуслашҡан төҙөүсеһе” подряд ойошмһы генераль директоры Марат Вәсимовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бинаны күтәреү буйынса проект-эҙләү эштәре тамамлана. Ошоға параллель рәүештә төҙөүселәр объект өсөн майҙанды әҙерләүгә күскән.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Өфө районындағы яңы клиник-диагностик инфекцион үҙәкте төҙөү барышында тупланған тәжрибәне файҙаланырға саҡырҙы. Айырып әйткәндә, Радий Хәбиров проектта хеҙмәткәрҙәр өсөн ятаҡ урыны ҡарау хаҡында әйтте.
Ошонан һуң Башҡортостан Башлығы буласаҡ хоспис эргәһендә төҙөлгән “Башҡортостан сәскәләре” торлаҡ комплексында булды. Проект директоры Валерий Барановтың һүҙҙәренә ҡарағанда, биҫтәнең генераль планы урамдарҙың һәм кварталдарҙың уңайлы теҙмәһен күҙ алдында тота. Бында уртаса ҡатлы йорттар төҙөлә, ошо уҡ ваҡытта “Машинаһыҙ ихаталар” концепцияһы тормошҡа ашырыла. Яҡын йылдарҙа бында мәктәп һәм балалар баҡсаһын төҙөмәкселәр. Әйткәндәй, был комплекс 15 мең кешегә иҫәпләнгән.
“Архстройинвестициялар” компанияһы- төҙөүсеһе бында кәрәкле инженер инфраструктураһын барлыҡҡа килтергән. Уға һыу менән тәьмин итеү, ҡаҙанлыҡ, таҙартыу ҡоролмалары ҡарай. Был селтәрҙәр киләсәктә Өфө хосписын да йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итәсәк.
Бынан тыш, төҙөүселәр дамба төҙөү менән дә шөғөлләнә. Ул торлаҡ комплексын һәм хоспис биләмәһен , шулай уҡ тотош биҫтәне һыу баҫыуҙан һаҡлаясаҡ
- Яҡшы проект, ҡыҙыҡ ихаталар. Мин беҙҙә барыһы ла тап шулай, комплекслы үҫешһен, тип теләгәйнем, – тине Радий Хәбиров.