Подольск ҡалаһында балконда аҫылынып торған баланы күреүсе егеттәр аҫта юрған һуҙа.
Ҡараусыһыз ҡалған ике йәшлек бала балконға сыға һәм 20 минут буйы ҡулдарында эленеп тора, аяҡтары менән балкон тимеренә йәбешергә тырыша. Үҙе бер туҡтауһыҙ әсәһен саҡыра. Арығас, ҡулдарын ысҡындырып, дүртенсе ҡаттан аҫҡа оса...
Был хәлде торлаҡ-коммуналь эшселәре күрә һәм уға аҫта юрған һуҙа. Шул арҡала бала иҫән ҡала. Етәкселәре был егеттәрҙе бүләкләргә йыйына.
21 йәшлек әсә был ваҡытта өйҙә иҫереп йоҡлап ятҡан. Уның ишеген ватып кергәндәр. Янында бер йәшлек икенсе балаһы ла булған була. Хоҡуҡ һаҡсыларына ул баланың балконға сығып китеүен һиҙмәнем дә, ти. Ә бер нисә аҙна элек кенә уға ҡарата балиғ булмаған балаларҙы тәрбиәләү буйынса бурыстарын үтәмәгән өсөн административ протокол төҙөлгән булған. Унда уны профилактик иҫәпкә ҡуйған булғандар. Алда бәләкәстәрҙе ниндәй яҙмыш көтөүе билдәһеҙ...