Рәсәй Президенты Владимир Путин Пенсия фонды башлығы Максим Топилин менән осрашты. Һүҙ, башлыса, түләүҙәр тураһында барҙы. Максим Топилин балалар өсөн пособиеларҙы кемдәр ала алмаған, шуларҙы асыҡлауҙарын һөйләне. Кемдер ныҡ төпкөлдә йәшәй, кемдеңдер ишетмәүе бар йә интернеты булмаһа, ғариза бирә алмай ҡалғандыр – шундайҙарға Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре мотлаҡ үҙҙәре барып етәсәк. Һәр кем балаһына “Путин аҡсаһы”н аласаҡ.
Осрашыуҙа яңы электрон хеҙмәт кенәгәһе тураһында ла һөйләштеләр.
Топилин яңы сервистарҙың күплеге тураһында әйтте, ә Путин, был яңылыҡтар кешегә аңлайышлы булһын, иң мөһиме, ҡуллана белһендәр, тип һүҙ ҡыҫтырҙы.
Пенсия фонды етәксеһе лә уның менән килеште. Электрон хеҙмәт кенәгәһе күбеһенсә йәштәрҙе ҡыҙыҡһындыралыр. Ә улар, замана балалары, һәр электрон нәмәне яҡшы үҙләштерә. Проблема булмаҫ, тине Топилин.