Оператив мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала Башҡор-тостанда һыу объекттарында 35 кеше һәләк булған, уларҙың икәүһе - балалар. Был хаҡта аҙна башында Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.
- Һыуҙа бәхетһеҙ осраҡ-тарҙың артыуына ҡаршы көрәш барышында муници-палитеттар, Дәүләт комитеты, Башҡортостан Республика-һының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, эске эштәр органдары менән берлектә һыу объекттарында 3 230 иҫкәртеү рейды һәм патруллек уҙғарылды: 15 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 3,5 меңгә яҡын ирекмән йәлеп ителде, - тине ведомство етәксеһе.
Уҙған аҙнала йәнә дүрт пляж асылды, тип өҫтәне ул.
- Башҡортостан Респуб-ликаһы махсус йыһазланды-рылған пляждар асыу буйынса Волга буйы федераль округын-да беренсе урынды биләй, икенсе урында - Һарытау өлкәһе. Өсөнсө урын 25 пляж менән Мари Иле Респуб-ликаһында һәм Татарстанда, - ти Фәрит Ғүмәров.
Унан алда «Рәсәй» ме-диаүҙәгендә «Һыуҙа хәүеф-һеҙлек» темаһына ойошто-ролған онлайн матбуғат конференцияһында Башҡор-тостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры урынба-ҫары Ирек Сәғитов һыуға батҡандарҙың 70 проценттан ашыуы ир-егеттәр булыуын билдәләне.
Һандар ҡурҡыныс, шомлан-дырғыс. Кеше ғүмерҙәренән дә ҡәҙерлерәк ни бар һуң? Тормош матурлығын күрергә лә өлгөрмәгән сабыйҙар, типһә тимер өҙөрҙәй йәштәр йәл... Шуныһы үкенесле, статистика күрһәтеүенсә, фажиғәләргә күп осраҡта кешеләр үҙҙәре ғәйепле. Улар йә иҫерек килеш һыуға төшә, йә йыһазландырылмаған урында һыу инә. Бының өсөн яраҡлаштырылған урындарҙы ғына һайларға кәрәк тә бит. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Салауатта ла бәхетһеҙ осраҡтар теркәлгән.
- 1 июлдә Салауатта рәсми рәүештә һыу инеү миҙгеле асылды. Уға тиклем граждандарҙың хәүефһеҙ ялы өсөн бөтә кәрәкле сараларҙы ла үткәрҙек. Һыу ингән урындарҙа йылға төбө таҙартылды, сиктәрҙе билдәләнде, балаларҙың һыу инеү урыны уратып алынды. Көн һайын “Муниципаль янғын һағы” учреждениеһының шәхси составы иҫәбенән аттестация үткән ике ҡотҡарыусы дежурҙа тора. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм ирек-мәндәр рөхсәт ителмәгән пляждарҙы һәм ял итеүселәр менән әңгәмә ҡороу маҡсатында йылға яры буйында патруллек үткәрергә сыға. Һыу инеү рөхсәт ителмәгән урындарҙа аншлагтар элдек, - ти “Муниципаль янғын һағы” учреждениеһы начальнигы Виктор Суханов.
Миҙгел асылғандан бирле беҙҙең ҡалала өс кеше батып үлгән. Әйткәндәй, уларҙың барыһы ла рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу ингән булған.
- Таныш булмаған, тыйылған урындарҙа һыу инмәгеҙ һәм, әлбиттә, суммағыҙ. Юғиһә, хәүеф-хәтәрҙе көт тә тор. Алкоголле эсемлектәр эскән килеш йылға-күлдә йөҙөү ҡәтғи тыйыла. Һыу ингән кешеләр эргәһенә кәмә, һыу мотоциклы кеүек һыу транспортында яҡын килмәгеҙ. Кәмәнән, катерҙан, ярҙан йылға-күлгә һикереү ҙә фажиғәгә килтереүе ихтимал. Йылға-күлдең тәрәнлеген белмәйенсә сумыу ғүмер өсөн хәүефле. Йылға-күл буйҙарында ҡарауһыҙ ҡалды-рылған балиғ булмаған бала-лар борсолоу тыуҙыра. Йәйге каникулдар башланғандан алып янғын һағы хеҙмәткәр-ҙәре тарафынан ошондай 17 бала асыҡланды. Улар менән профилактик әңгәмәләр ҡоролдо һәм балалар ата-әсәләре ҡулдарына тапшы-рылды. Учреждениеның шәхси составы бөтә ата-әсәләрҙән дә балаларын күҙ уңынан ысҡындырмауҙарын үтенеп һорай. Һәр кемдең хәүефһеҙлеге үҙенең ҡулында икәнлеген онотмаһаҡ ине, - тип һүҙен йомғаҡланы Виктор Леонидович.
Дилә АБДУЛЛИНА.
Фото "Муниципаль янғын һағы" учреждениеһынан алынды.