газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2020, 11:00

Ауылға ҡайт та, аҡса ал

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, мөһим программалар тормошҡа ашырылыуын дауам итә.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, мөһим программалар тормошҡа ашырылыуын дауам итә.
“Ауыл фельдшеры”. 2020 йылда фельдшер-акушерлыҡ пункттарына эшкә килгән белгестәр 500 мең һум күләмендә түләүҙәр аласаҡ.
“Ауыл табибы”. Үҙәк район дауаханаларына эшкә килгән табиптарға бер миллион һум күләмендә аҡса түләнә. Июнь башына тиклем бындай түләүҙәрҙе 20 кеше алды.
Ҙур һорау менән файҙаланған һирәк белгестәргә ярҙам итеү программаһы ла эшләй. Ярты йыл эсендә 17 табип түләүҙәр алды. Программаны тормошҡа ашырыу өсөн быйыл 300 миллион һумлыҡ бюджет средстволары тотоноласаҡ, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
#Миллипроекттар
Фото: "Башинформ"
Читайте нас: