“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә республикала яңы заманса ҡорамалдар ҡайтарыла.
Ошо көндәрҙә Башҡортостандың һигеҙ дауаханаһы яңы компьютер томографтары менән тулыланды. Улар коронавируслы сирлеләргә медицина ярҙамы күрһәтеү маҡсатында федераль бюджет иҫәбенә алынған.
«Canon» фирмаһының заманса томографы Күмертау ҡалаһы дауаханаһына ҡайтарылған. Хаҡы - 50 миллион һум тирәһе.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығында билдәләүҙәренсә, аппарат патологияны теүәл билдәләргә мөмкинлек бирә.
Яңы аппаратты коронавируслы пациенттар өсөн йоғошло ауырыуҙар госпиталенең терапия корпусында урынлаштырғандар. Был аппаратта госпиталдә ятыусылар ҙа, амбулатор дауаланыусылар ҙа, шулай уҡ Күмертау медицина округында йәшәүселәр ҙә тикшерелә аласаҡ.
Компьютер томографтары шулай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалалары, Бөрө, Ишембай, Баймаҡ, Дүртөйлө район дауаханаларына ла ҡайтарылған.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.