Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2020, 11:00

Башланып китте эштәр

Рәсәй Президенты Владимир Путин "Керчь" ҡалаһында урынлашҡан "Залив" карап төҙөү заводында булды.

Рәсәй Президенты Владимир Путин "Керчь" ҡалаһында урынлашҡан "Залив" карап төҙөү заводында булды. Ул предприятиеның генераль директоры Игорь Обрубов менән "Иван Рогов" универсаль десант карабы төҙөлөшөнөң тәүге секцияһында махсус таҡта ҡаҡты.
Бынан тыш, РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Юрий Борисов, Хәрби-диңгеҙ флотының баш командующийы Николай Евменов һәм бер төркөм рәсми вәкил менән "Митрофан" Москаленко карабы төҙөлөшөнә нигеҙ һалыуҙа ҡатнашты.
Видеоконференция режимында Президент Северодвинскиҙа, Спнкт-Петербургта атом һыу аҫты кәмәләрен төҙөү башланыуын күҙәтте.
Десант караптары һәм фрегаттар, әлбиттә, яңы быуын йөҙгөстәре. Улар иң заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ, ҡоралланыу мөмкинлектәре лә юғары кимәлдә, элемтә бәйләнеше лә алыҫ араға иҫәпләнгән.
Ил Башлығы ышандырыуынса, яңы "кәмәләр" хәрби потенциалыбыҙҙы нығытасаҡ.
#ВладимирПутин
Фото: new.vesti.ru
Читайте нас: