газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2020, 01:38

Тағы бала батҡан

Ә был ваҡытта... өлкәндәр яр буйында тыуған көн үткәргән.

Ә был ваҡытта... өлкәндәр яр буйында тыуған көн үткәргән. Фажиғә баш ҡаланың "Солнечный" пляжы янында була. Бер ир тыуған көнөн тәбиғәт ҡосағында, һыу буйында үткәрергә ҡарар итә. Күп кенә ҡунаҡтар саҡыра, араларында балалар ҙа була. Бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң, балалар йылғала ҡойоноп сығырға ҡарар итә. Әммә, бәхетһеҙлеккә күрә, көтмәгәндә өсөһө лә бата башлай. Балалар өлкәндәр күҙәтеүе аҫтында булғанлыҡтан, ата-әсәләр шунда уҡ ярҙамға ташлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер сабыйҙы ҡотҡара алмайҙар. Уны һыуҙа юғалталар. Уның кәүҙәһен ҡотҡарыусылар сығара.

Фото: Салауат ҡалаһының "Муниципаль янғын һағы" учреждениеһынан алынды.
Читайте нас: