Иҫегеҙҙә булһа, 14 июлдә Стәрлетамаҡт 21 йәшлек Юлиәне"Ашҡаҙар" туҡталышы янынан юл аша үткәндә "ГАЗель" машинаһы бәрҙергәйне. Ҡыҙ ауыр тән йәрәхәттәре алған һәм реанимацияға эләккән, уның баш мейеһе йәрәхәтләнгән, табиптар тиҙ арала оперция яһаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Юлиә аңына килә алмай вафат булған.
Ҡыҙҙы бәрҙергән "ГАЗель" хужаһы ғәйебен тулыһынса инҡар итә һәм ҡыҙ үҙе машина тәгәрмәсе аҫтына ташланды, тип белдерә. Юлиә бер-бер артлы атаһын һәм әсәһен юғалтҡан, ул ҡустыһын һәм һеңлеһен аяҡҡа баҫтырырға тырышҡан. Күптән түгел ҡустыһын әрме сафына оҙатҡан. Туғандары ла Юлиәнең яҡты донъянан хушлашырға йыйынмауы хаҡында белдерә, киреһенсә ул киләсәккә яҡты пландар ҡорған, Өфөгә барып эшләү теләге менән янған. Шуға күрә хәҡиҡәтте юллау өсөн вафат булған ҡыҙҙың туғандары авария шаһиттарын эҙләй.