газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2020, 01:06

Эштә коронавирус инфекцияһы менән сирләгәндәргә - айырым иғтибар

21 июлдә Башҡортостан Хөкүмәте президиумы кәңәшмәһендә хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә коронавирус инфекцияһы менән сирләгән айырым категория граждандарға санаторий-курорттарға сәләмәтлеген нығытыу өсөн сертификаттар биреү тәртибе раҫланды.

21 июлдә Башҡортостан Хөкүмәте президиумы кәңәшмәһендә хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә коронавирус инфекцияһы менән сирләгән айырым категория граждандарға санаторий-курорттарға сәләмәтлеген нығытыу өсөн сертификаттар биреү тәртибе раҫланды.
– Был Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың күрһәтмәһе, – тип аңлатты беренсе вице-премьер Андрей Назаров. – Бөгөн эшендә коронавирус менән сирләгән медицина, социаль тармаҡтар һәм полиция хеҙмәткәрҙәре республиканың санаторийҙарында сәләмәтлеген нығыта алһын өсөн ошо мөһим документты ҡабул итәбеҙ.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Ольга Кабанованың хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың 12 шифаханаһында ике аҙна оҙайлығында сәләмәтлеген нығытасаҡтар. Быға коронавирус инфекцияһы менән сирләгән түбәндәге категория граждандар иҫәп тота ала:
а) ниндәй милек формаһына ҡарамаҫтан, медицина ойошмаһында яңы коронавирус инфекциялы пациенттарға медицина ярҙамы күрһәткән хеҙмәткәрҙәр;
б) “юғары әҙерлек” режимы көсөндәге шарттарҙа граждандарға социаль хеҙмәт күрһәткән социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре;
в) дәүләт (муниципаль) ойошма булмаған, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙа эшләүсе, үҙ-үҙеңде изоляциялау осоронда граждандарға социаль хеҙмәт күрһәткән, үҙ-үҙеңде изоляциялау режимын күҙәтеү буйынса мобиль бригадалар эшендә ҡатнашҡан социаль хеҙмәткәрҙәр, социаль эш буйынса белгестәр;
г) үҙ-үҙеңде изоляциялау осоронда граждандарға ярҙам иткән ойошторолған төркөмдәр һәм ирекмәндәр коллективтары ағзалары;
д) инфекция усағында эш алып барған, биологик материал менән эшләгән, үҙ-үҙеңде изоляциялау режимын күҙәтеү буйынса мобиль бригадалар эшендә ҡатнашҡан “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса төбәк органдары, “Башҡортостан Республикаһында гигиена һәм эпидемиология үҙәге” һаулыҡ һаҡлауҙың федераль дәүләт бюджет ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре;
е) инфекция усағына сығып эшләгән, патруллек иткән, яңы коронавирус инфекциялы пациенттарға ярҙам итеүсе тип йүнәлешен үҙгәрткән ойошмаларҙы һаҡлаған Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр органдары, Росгвардия хеҙмәткәрҙәре;
ж) Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының үҙ-үҙеңде изоляциялау режимын күҙәтеү буйынса мобиль бригадалар эшендә ҡатнашҡан хеҙмәткәрҙәре;
з) тәүлек әйләнәһенә карантин шарттарында бәлиғ булмағандар менән булған Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары ҡарамағындағы дәүләт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре.
Ғаризаларҙы ниндәй ведомствоға ҡарауығыҙ менән бәйле яҙырға кәрәк. Улар түбәндәгеләр: республиканың Һаулыҡ һаҡлау, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары. Эске эштәр органдары, Росгвардия, Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы, Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына ғариза яҙа. Ә ирекмәндәр республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына мөрәжәғәт итә.
Был сертификат 2021 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.
Фото: pravitelstvorb.ru.
Автор: Айһылыу Низамова ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Esht-koronavirus-infektsiya-i-men-n-sirl-g-nd-rg--ayirim-i-tibar-376717/
Читайте нас: