+6 °С
Болотло
«Сығарылыш кисәләрен ойошторғанда, беренсенән, барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптар үтәлергә тейеш. Ошондай саралар менән балаларға йәки уҡытыусыларға коронавирус йоҡтороу мөмкинлегенә юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ. Сир сығанағы барлыҡҡа килһен өсөн аҙ ғына мөмкинлек тә булмаһын. Икенсенән, башлыҡтың указында билдәләнеүенсә, сарала 50-нән артыҡ кеше ҡатнаша алмай. Беҙ быны иҫәпкә алырбыҙ. Өсөнсөнән, быйыл уҡыусыларға һәм уларҙың ата-әсәләренә мәҙәни һәм дөйөм туҡланыу урындарына барыуҙан баш тартырға кәңәш бирәбеҙ. Сөнки унда битлек режимы ла, дистанцияны һаҡлау талабы ла үтәлмәй», - тине министр.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан
Фото: Олег Яровиков