"Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә эштәр бойомға ашырылыуын дауам итә. Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары, оҙайлы ялдарҙан һуң, яңы спектаклгә тотондо. "Ғүмерҙең бер миҙгеле" тип аталған спектакль Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Ноғман Мусиндың әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған.
Спектакль "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Кесе Ватан мәҙәниәте" проекты сиктәрендә ҡуйыла.
"Пьеса беренче тапҡыр 17 июлдә, Ногман Мусиндың тыуған көнөндә уҡылды. Уға 89 йәш тулды. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, был - уның әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған беренсе спектакль. Шуға күрә авторҙың тулҡынланыуы һәм шатлығы бик аңлашыла", - ти театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөдире Динә Бәширова.