Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль 2020, 10:56

Хабаровск крайын кем етәкләйәсәк?

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хабаровск крайы губернаторы Сергей Фургалға алмаш тапты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хабаровск крайы губернаторы Сергей Фургалға алмаш тапты. Ул кеше үлтереүҙә һәм үтереүгә заказ биреүҙә шикләнеп ҡулға алынғайны.
Дәүләт башлығы төбәкте ЛДПР партияһынан Дәүләт думаһы депутаты Михаил Дегтяревҡа етәкләргә тәҡдим итте. Парламентарий Президент тәҡдимен ҡабул итте һәм Хабаровскиға осорға әҙер булыуын белдерҙе.
Дегтярев Хабаровск крайындағы хәлде анализлауға бер ай алды, унан һуң Путинға доклад менән сығыш яһарға вәғәҙәләне.
#ВладимирПутин
Фото: udf.by
Читайте нас: