Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль 2020, 15:12

Гөлназдың кейәүе кем?

Эйе, эйе, Гөлназ Асаева кейәүгә сыҡҡан.

Эйе, эйе, Гөлназ Асаева кейәүгә сыҡҡан.
Ул да булһа - башҡорт эстрадаһының йәш йондоҙо Вилдан Шәмсетдинов. Ҡайһы бер баҫмалар хәбәр итеүенсә, егет Ҡазан тарафында түгел, ә үҙебеҙҙең Башҡортостанда, Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылында, 1996 йылдың 4 авгусында тыуған.
Бер аҙҙан ул Ырымбур ҡалаһына күскән (Көйөргәҙе яғында йәшәгәндәргә был ҡала күпкә яҡыныраҡ), мәктәпте тамамлағандан һуң Ырымбур мәҙәниәт һәм сәнғәт училищеһы колледжы студенты булып киткән. Әммә бер аҙҙан Вилдан был уҡыу йортон ҡалдырып, 2015 йылда Ҡазанға юлланған. Артабан ул Ҡазан дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында белем алған.
2016 йылдар тирәһененән Вилдан Шәмсетдинов профессиональ кимәлдә йырҙар яҙҙыра. Ошо уҡ ваҡыттан ул Башҡортостан һәм Татарстан сәхнәләрендә сығыш яһай. Унан ул, Villi псевдонимын алып Радик Юлъяҡшин лейблы аҫтында ла эшләп ала. Әлеге ваҡытта ул – ирекле музыкант. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Йәштәр бәхетле булһын!
Мәғлүмәттәр "Башҡортостан" гәзитенән алынды.
Фото: Инстаграм.
Читайте нас: