- Бөгөн, ниһайәт, теләгебеҙҙе бойомға ашырҙыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был эш һуңлабыраҡ башҡарылды. Үҙ көсөбөҙ менән йәшниктәр һатып алдыҡ. Дуҫтарыбыҙ ҙа ярҙам итте. Ултыртылған сәскәләрҙе агрономыбыҙ Гәүһәр Ғәлиәкбәрова үҫтерҙе. Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Мироновҡа проектты хуплағаны өсөн айырым рәхмәт белдерәбеҙ. Бөтәһе петуния ултыртылған 66 йәшник ҡуйылды. Улар көҙгә тиклем сәскә атып, ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын шатландырып ултырыр әле. Тик шуныһы, уларҙы урлап, ватып-емереп бөтөрмәһендәр ине. Бына ҡалай матур булып ултыралар. Шул матурлыҡты һаҡлайыҡ бергәләп, - ти "Флора" муниципаль бюджет учреждениеһы директорының төҙөкләндереү буйынса урынбаҫары Юлиә Байғужина.