газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль 2020, 11:47

Йондоҙҙар беҙгә юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә

20 - 26 июлгә аҙналыҡ йондоҙнамә.

20 - 26 июлгә аҙналыҡ йондоҙнамә.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Осор көсөргәнешле башланыр. Йортта ла, эштә лә бер нәмәгә лә өлгөрөшә алмайһығыҙ. Айырыуса тамамланыу этабында булған проекттар ауыр барасаҡ. Аҙнаның икенсе яртыһында ғына хәлдәр бер аҙ көйләнер. Үҙегеҙҙе спортта, ижадта һынап ҡарай алаһығыҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Икенсе яртығыҙға ҡарата хис-тойғоларығыҙҙы йәшермәгеҙ, романтик кисә ойоштороғоҙ, һөйөүегеҙҙе белдерегеҙ. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ: йә транспортығыҙ ватылыр, йә юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф һалырҙар. Ниндәйҙер тантаналы сара көтә үҙегеҙҙе.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна ябайҙан булмаҫ - һеҙҙе алдарға маташырҙар. Шуға күрә аҙ таныш булған кешеләр менән аралашыуҙы кәметегеҙ. Юҡ-барға аҡса сарыф итмәгеҙ. Насар ғәҙәттәрҙән арынырға ваҡыт. Буш ваҡытығыҙҙы спорт менән шөғөлләнеүгә бағышлағыҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Был аҙнала тирә-йүндәгеләргә үҙ эшегеҙҙең оҫтаһы икәнен иҫбат итерһегеҙ. Бөтә яҡлап та уңыш йылмайыр. Ҡуйылған маҡсаттарығыҙға еңел ирешерһегеҙ. Йортоғоҙҙо йыйыштырғанда кәрәкмәгән бөтә әйберҙе ырғытығыҙ. Һөйгәнегеҙ менән аралар нығыныр.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Башҡа кешеләрҙең проблемаларына ҡул һелтәп ҡарамағыҙ. Хәлегеҙҙән килгәнсә ярҙам итегеҙ. Шишәмбе һәм шаршамбы ҡатмарлы мәсьәләләр килеп тыуыр. Уларға илке-һилке ҡарамағыҙ. Яҡшы эш урыны табырһығыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа буталсыҡтар күп.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр бихисап булыр. Дөрөҫ, бының өсөн ярайһы ғына тырышлыҡ һалырға тура киләсәк. Кәрәк булһа, яҡын дуҫығыҙға ярҙам һорап мөрәжәғәт итегеҙ. Балалар менән мөнәсәбәттәрҙә ҡатмарлыҡтар килеп тыуыуы кәйефегеҙҙе төшөрөр.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Әле бөтә иғтибар һаулыҡ торошона йүнәлтелергә тейеш. Хатта профилактик тикшеренеүҙәр ҙә ҡамасауламаҫ. Мөһим проекттарға тотонмай тороғоҙ. Йома документтар тултырыу, килешеүҙәр төҙөү өсөн уңышлы көн. Эшкә һуңламағыҙ, юғиһә, етәкселек шелтәләр.
Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна башында алыҫ сәйәхәттәргә юлланмау хәйерлерәк. Осорҙоң икенсе яртыһы карьера үҫеше өсөн уңышлы. Эске һиҙемләүегеҙ таныш булмаған кешеләр араһынан да файҙалы бәйләнештәр табырға ярҙам итер.Организм торошон даими контролдә тотоғоҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был осорҙа сит илгә аҡса күсермәгеҙ. Электрон түләү системаларынан файҙаланғанда ла һаҡ булығыҙ. Финанс ҡытлығы кисермәҫһегеҙ. Яратҡан кешегеҙ менән мөнәсәбәттәр боҙолор, хатта аралар өҙөлөүе лә мөмкин. Туғандарығыҙҙың терәген тойорһоғоҙ.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Белемде камиллаштырыу һәм яңы танышлыҡтар булдырыу өсөн шәп осор. Йортоғоҙҙа эре ремонт эштәре башламағыҙ. Яҡындарығыҙҙың хәлен йышыраҡ белешегеҙ. Бурысҡа аҡса алмағыҙ. Бөтә көсөгөҙҙө өҫтәмә килем сығанағын эҙләүгә йүнәлтегеҙ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Эштә күңелһеҙлектәр көтә. Әлегә хеҙмәттәштәрегеҙгә бөтә нәмәне лә һөйләп бармағыҙ. Ғаиләгеҙең һеҙгә үпкәһе бар - уларға тейешенсә иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтмәйһегеҙ. Үҙегеҙ тураһында ла онотмағыҙ. Ялдарҙа туйға йә юбилейға саҡырыу көтөгөҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Күптәнге проблеманы хәл итеүгә ирешерһегеҙ. Хеҙмәт урынын ҡыйыу алыштыра алаһығыҙ. Ниндәйҙер конкурста еңеп сығыуығыҙ ихтимал. Дуҫтарығыҙҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ. Бассейнға, фитнес-клубҡа, тренажер залына йөрөү сәләмәтлегегеҙҙе нығытыр.
Фото: zen.yandex.com
Читайте нас: