газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль 2020, 12:00

Халыҡ эшһеҙ ҡалырға тейеш түгел

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә 2021 йылға хеҙмәт баҙарын тулыһынса эш менән тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә 2021 йылға хеҙмәт баҙарын тулыһынса эш менән тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы. Был йөкләмә федераль бюджет буйынса кәңәшмәлә бирелде. Был турала Кремль матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

«Хәҙер беҙҙең иҡтисади сәйәсәттә иң төп бурыс - эш менән тәьмин итеү кимәлен тергеҙеү, кешеләргә эшләү, аҡса табыу, үҙ ғаиләләрен тәьмин итеү мөмкинлеген биреү. Тағын бер ҡат баҫым яһап әйтәм, 2021 йылда хеҙмәт баҙарын тулыһынса тергеҙеү бурысы үтәлергә тейеш», - тине Владимир Путин.
Рәсәй Президенты, шулай уҡ, оҙаҡ сроклы стратегик пландарға, шул иҫәптән милли проекттарға өҫтәмә ресурстар ебәреү өсөн тупланған тәжрибәне иҫәпкә алыуҙың мөһимлегенә иғтибар итте.
#ВладимирПутин
Фото: "Кремлин. ру"
Читайте нас: