Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы эштәр дауам итә.
Быйыл Стәрлетамаҡта 15,486 километр оҙонлоғондағы автомобиль юлдарын ремонтлау планлаштырылған. Бынан тыш, ошо уҡ проектҡа ярашлы, 11 светофор һәм 248 юл билдәһе алмаштырыласаҡ һәм ҡуйыласаҡ.
Әле ҡаланың Хоҙайбирҙин урамында эштәр тулыһынса тамамланған. Урман һәм Блюхер урамдарында юл билдәләре һыҙыла. Стәрлебаш трактында һәм Островский урамдарында юл өҫтәре тигеҙләнә. Халтурин, Николаев, Дуҫлыҡ, Белорет тракты, 23 май урамдарында бордюр таштары һалына һәм башҡа эштәр атҡарыла. Милли проектҡа ярашлы атҡарылған эштәр 31 июлдә тамамланырға тейеш.
Фото: республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан алынды.