газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2020, 20:21

Урман янғыны һүндерелгән

Белореттың Түбәнге ауыл янындағы урман янғынының төп сығанағы һүндерелгән, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенән.

Белореттың Түбәнге ауыл янындағы урман янғынының төп сығанағы һүндерелгән, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенән. Көндөҙгө сәғәт 1-се 36 минутта диспетчерҙар хеҙмәтенә ут сығыуы тураһында хәбәр килгән, янғын һүндереүселәр 3 гектар урман яныуын күргән. Уны һүндереүҙә 100 кеше – ғәҙәттән тыш хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре, 27 берәмек техника эшләгән.
Урман торлаҡ йорттарға яҡын ғына янды, ләкин халыҡты эвакуациялау талап ителмәне, сөнки сығанаҡ тиҙ генә һүндерелде, тип билдәләнеләр муниципалитетта. Ғәҙәттән тыш хәл урынында янғын һүндереүселәр эшләүен дауам итә.
Бынан тыш, бөгөн районда башҡа урындарҙа ла янғын сыҡты: Үҙән урмансылығында ике тапҡыр урман янды, Тирлән урмансылығында һәм Рәүәт ауылы тирәһендәге Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендә янғын теркәлде.
Фото: Белорет хакимиәтенән
Читайте нас: