Башҡортостан Хөкүмәте бойроғона ярашлы, 13 июлдә республикала “Трактор” тигән шартлы исем аҫтында үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларға тағылмаларҙы файҙаланыу барышында тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү айлығы башланды.
“Трактор” операцияһының маҡсаты – тракторҙарҙы, үҙйөрөшлө юл-төҙөлөш һәм башҡа машиналарҙы, шулай уҡ уларға тағылмаларҙы файҙаланғанда кешеләрҙең һәм мөлкәттең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау. Операцияны үткәргәндә ошондай техниканың төҙөклөгөнә, машиналарға идара итеү тәртибен үтәүгә айырым иғтибар бирелә.