газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2020, 00:01

Кәңәшмә лә дистанцион рәүештә уҙасаҡ

Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе беренсе тапҡыр дистанцион рәүештә уҙасаҡ. Был туралағы ҡарарға республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе беренсе тапҡыр дистанцион рәүештә уҙасаҡ. Был туралағы ҡарарға республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Йолаға әйләнгән сараны дистанцион режимда үткәреү тәҡдиме менән Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы сыҡҡан.
Ведомствоға Өфө ҡалаһы хакимиәте, Мәғарифты үҫтереү институты, Юғары уҡыу йортары ректорҙары советы һәм урта махсус уҡыу йорттары директорҙары советы менән берлектә кәңәшмәне фәнни-методик һәм ойоштороу яғынан әҙерләү һәм үткәреү йөкмәтелде.
Ойоштороу комитетын Хөкүмәт вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров етәкләй.

Фото: bashinform.ru
Читайте нас: