газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2020, 11:00

Эш хаҡы арта

Рәсәй Президенты Владимир Путин был хаҡтағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин был хаҡтағы Указға ҡул ҡуйҙы. Рәсәйҙә федераль дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте вазифаларын биләүселәрҙең айлыҡ оклады артасаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ошо хаҡтағы указы хоҡуҡи мәғлүмәт порталында донъя күргән.

«2020 йылдың 1 октябренән федераль дәүләт гражданлыҡ хеҙмәткәрҙәренең айлыҡ окладтары күләмен 1,03 тапҡырға арттырырға», - тиелә унда.
Документта билдәләнеүенсә, 3 процент күләмендәге индексация Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы, дипломатик вәкиллектәр һәм консуллыҡ учреждениелары, территориаль органдар хеҙмәткәрҙәренә ҡағыласаҡ. Указ уға ҡул ҡуйылған көндән үҙ көсөнә эйә.
#ВладимирПутин
Фото: Фото: ТАСС/Алексей Дружинин
Читайте нас: