Хәбәр ителеүенсә,ул - Өфөлә йәшәгән 1971 йылғы ир-егет. Бөгөнгә коронавирустан вафат булғандарҙың дөйөм һаны 20 кеше тәшкил итә. Алдан
хәбәр ителгәнсә, Башҡортостанда СOVID-19 йоҡтороусылар һаны 6014-кә еткән. Һуңғы тәүлектә 47 яңы осраҡ асыҡланған. Бөгөнгә республика стационарҙарында 310 пациент дауалана. Уларҙың 25-е – ауыр хәлдә, 6 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.