Ҡырымда «Таврида» йәш мәҙәният һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре форумының беренсе көндөҙгө сменаһы асылды.«Таврида» форумы һәләтле йәштәр өсөн ижади оҫтаханаға әүерелде, тиелә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың форумда ҡатнашыусыларға һәм ойоштороусыларға ебәрелгән сәләмләү телеграммаһында.
"Был форумдың һөнәри оҫталығығыҙға булышлыҡ итеренә, яңы фекерҙәштәр табырға ярҙам итеренә ышанам", - тип билдәләне дәүләт башлығы.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, коронавирус пандемияһы арҡаһында барлыҡ теләүселәр ҙә форумға килә алмаған, әммә улар дистанцион рәүештә ҡатнашҡан.