"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә республиканың медицина ойошмаларына яңы йыһаздар ҡайтарылыуы дауам итә. Яңыраҡ республика клиник онкология диспансерына биш операцион күп функциялы универсаль хирургия өҫтәле ҡайтты. Бындай өҫтәлдәр онкология менән ауырыусыларға хирургик ярҙам күрһәтеүҙең сифатын яҡшыртырға ярҙам итә.
Һаулыҡ һаклау министрлығында билдәләүҙәренсә, өҫтәлдең үҙенсәлеге уның кеше кәүҙәһенең анатомияһына тура килеүендә, был операция эшләүҙе уңайлыраҡ итә.
Өҫтәл конструкцияһы пациентҡа хәүефһеҙлек һәм уңайлылыҡ, ә медицина персоналына ҡаршылыҡһыҙ эш шарттары тәьмин итә.
Фото: Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.