“Йәштәр белем биреү кимәленә, торлаҡ алыу мөмкинлегенә, ҡала мөхитенең, йәмәғәт киңлектәренең уңайлығына, бизнес менән шөғөлләнеү, ижади һәм технологик башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлегенә баһа бирһен”, – тине ул.
“Стратегик башланғыстар агентлығынан тыш, был эш менән бер кем дә шөғөлләнмәне тиерлек. Әле тормош ысынбарлығына, халыҡтың, иң элек балалы ғаиләләрҙең, өлкәндәрҙең, һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләрҙең проблемаларына иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәк”, – тип өҫтәне Президент.