газета "Салауат"
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2020, 11:31
Тереләй ҡомға күмеп...
Өлкәндәр ял иткән арала малайҙар, шаяртып, иң кесеһен, 8 йәшлеген, ҡомға күмә, башын да ҡаплайҙар.
Өлкәндәр ял иткән арала малайҙар, шаяртып, иң кесеһен, 8 йәшлеген, ҡомға күмә, башын да ҡаплайҙар.
Көндәр йылы яҡтағы һымаҡ бик эҫе тора. Барса халыҡ йылға-күл буйҙарына ашыға, ҡайһы берәүҙәр диңгеҙгә юллана. Ошо мәлдә ололар балаларҙан күҙ яҙҙырмаһа ине, сөнки бәлә һыу төбөндә генә түгел, яр ситендә лә булыуы ихтимал. Бер аҙна элек Анапа ҡалаһы янында булған тетрәндергес ваҡиға - быға дәлил.
30 июндә күп балалы ғаилә диңгеҙгә палатка ҡороп ял итергә килә. Ғаиләлә өс малай була. Өлкәндәр ял иткән арала малайҙар, шаяртып, иң кесеһен, 8 йәшлеген, ҡомға күмә, башын да ҡаплайҙар. Баланы кире соҡоп сығарғанда, ул тын алмаған була инде. Килеп еткән табиптар малайҙы ҡотҡара алмай, үлемен дәлилләргә генә мәжбүр була. Уларҙың фаразынса, бала, ауыҙына ҡом тулып, тын ала алмайынса йән биргән.
Шулай итеп, ғаилә ҡот осҡос фажиғәгә тарый... Тәбиғәттә балалар менән ял мәлендә өлкәндәргә уяулыҡты юғалтмау фарыз.
Фото Анапаинфо сайтынан.
Автор: Миләүшә Сайтакова ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Terel-y-om-a-k-mep-362745/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?