газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2020, 16:44

Үтенесте ишетерҙәр, ярҙам итерҙәр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путиндан республикала донъя кимәлендәге фәнни-мәғариф үҙәге төҙөү проектын хуплауын һораны.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путиндан республикала донъя кимәлендәге фәнни-мәғариф үҙәге төҙөү проектын хуплауын һораны.
Төбәк иҡтисады үҫешен һәм инвестициялар йәлеп итеүҙе тәьмин итеү өсөн фән һәм бизнесты берләштереү мәсьәләһен эшкәртә, тип хәбәр итте Радий Хәбиров Рәсәй Президенты үткәрә торған Стратегик башланғыстар агентлыгы күҙәтеү советы ултырышында.
“Беҙ даими рәүештә иҡтисад үҫеше һәм финанстар йәлеп итеү өсөн яңы инструменттар эҙләйбеҙ. Хәҙер беҙ бизнес һәм фәнде берләштереү мәсьәләһен ҡарайбыҙ, бында мөмкин булған үҫеш нөктәләренең береһен күрәбеҙ. Беҙ Евразия фәнни үҙәген төҙөнөк инде, унда беҙҙең әйҙәүсе юғары уҡыу йорттарын, фәнни институттарҙы һәм төп предприятиеларҙы берләштерҙек, “Интер РАО”, “Ростех”, “Газпром” кеүек эре структуралар ярҙамына ирештек. Һәм хәҙер дөнъя күләмендәге үҙәктәрҙә федераль конкурста ҡатнашырға әҙерләнәбеҙ. Һәм һеҙҙе, хөрмәтле Владимир Владимирович, беҙгә ярҙам итеүегеҙҙе һорайбыҙ”, -тине Радий Хәбиров.
Төбәк темптарҙы кәметергә йыйынмай һәм үҙ позицияларын яҡшыртырға ынтыла, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
“Мин һеҙҙе ишеттем, уйлашырбыҙ, эшләрбеҙ”, - тип яуап бирҙе үтенескә Владимир Путин.
Башҡортостан 2020 йылда нефть-газ тармағында һанлы технологиялар һәм яңы материалдар эшләү буйынса фәнни-мәғариф үҙәге булдырыуға дәғүә итә.
- Минемсә, был тулыһынса дөрөҫ һәм үҙ ваҡытында күтәрелгән тәҡдим. Республика фәнни-мәғариф үҙәге төҙөү һәм үҫтереү өсөн етерлек фәнни, мәғариф, технологик һәм кадрҙар потенциалына эйә. Был ҡарар республиканы үҫтереү, уның илдәге һәм донъяла сәйәси, иҡтисади һәм фәнни-белем биреү статусын күтәреү яғынан мөһим, - тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Раил Әсәҙуллин. - Республиканың юғары уҡыу йорттары һуңғы тиҫтә йыл дауамында үҙ эштәрен Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығына күп тапҡырҙар тәҡдим итте, проекттар эре фәнни ойошмаларҙа, Рәсәй Фәндәр академияһы математика бүлегендә экспертиза уҙҙы һәм ярҙам алды. Әммә тейешле финанслау һәм уртаҡ финанслау булмау эште тотҡарланы. Бизнес менән фәнни базаны интеграциялау - бик яҡшы аҙым, ул ғәйәт ҙур бурысты хәл итергә мөмкинлек бирәсәк, ә проектты алға ебәреүҙә республика Башлығының турынан-тура ҡатнашыуы маҡсатҡа ирештерер тигән өмөт уята.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: