Быйыл 1 сентябрь башҡасараҡ форматта уҙасаҡ. Йолаға әйләнгән мәктәп линейкалары булмаясаҡ. Был үҙгәрештәргә коронавирус сәбәпсе. Был турала “Пандемияның беренсе һөҙөмтәләре: донъя мәғариф системаһы өсөн саҡырыуҙар һәм яңы мөмкинлектәр” Халы-ара конференцияһында Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов хәбәр итте.
“Беҙ уларҙы аҙ ғына башҡа форматта үткәрәсәкбеҙ, уҡытыусылар һәм уҡыусылар мәктәптәргә килер һәм белем биреү процесы башланыр тип өмөтләнәбеҙ”, - тип, министрҙың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.
Шул уҡ ваҡытта ведомство етәксеһе 1 сентябрҙең нисек уҙасағын әлегә асыҡламай. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, яңы уҡыу йылы яңы коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн барлыҡ хәүефһеҙлек талаптарын иҫәпкә алып башланасаҡ.