газета "Салауат"
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2020, 17:23

Луизаны алда нимә көтә?

Уның эшен тикшереү тамамланған.

Уның эшен тикшереү тамамланған. Ҡатындың ҡомарлы уйындар менән мауыҡҡан ирен ниндәй яза көтә?

Салауат ҡалаһында йәшәүсе Луиза Хәйруллина үҙе эшләгән банктан 25 миллион һум аҡса урлаған өсөн суд ҡаршыһына баҫасаҡ. Уны ойошҡан төркөм менән айырыуса ҙур күләмдә енәйәт ҡылғаны өсөн ғәйепләйҙәр. Бынан тыш, уның ире лә хеҙмәт вазифаһынан файҙаланған өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ. Рәсәй Эске эштәр министрлығы вәкиле Ирина Волкова хәбәр итеүенсә, 8 июлдә тикшереүселәр эште тикшереүҙе тамамлаған, ул 12 том тәшкил иткән. Уны Салауат суды ҡараясаҡ. Луизаға 10 йылға тиклем төрмә һәм миллион һумға тиклем штраф янай.
Фото: ufa1.ru
Читайте нас: