газета "Салауат"
+11 °С
Облачно
Новости
13 Июля 2020, 18:25
Гөлназ кейәүгә сығырға йыйынамы?..
Яратҡан йырсыбыҙ Гөлназ Асаеваның Инстаграм социаль селтәрендә урынлаштырған видеояҙмаһы күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.
Яратҡан йырсыбыҙ Гөлназ Асаеваның Инстаграм социаль селтәрендә урынлаштырған видеояҙмаһы күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.
Видеояҙмала асыҡтан-асыҡ «Мин һине яратам! Сыҡ миңә кейәүгә» тип яҙылған. Улай ғына ла түгел, бынан бер аҙна элек Гөлназ яҙмаһында: "Һөйләгем килә, әммә ярамай, күҙ тейә. Тиҙҙән яңылыҡты һеҙгә лә әйтермен. Һеҙ шаҡ ҡатасаҡһығыҙ!" – тип яҙған ине.
Был һүҙҙәр ҙә шаҡтай ҡыҙыҡһыныу уятты, билдәле. Сираттағы пиармы был, әллә йырсы ысынлап кейәүгә сығырға йыйынамы? Тиҙҙән белербеҙ, моғайын. Нисек кенә булмаһын, бәхетле бул, Гөлназ!
Фото:Old.tnv.ru
Автор: Самат Ғәлин ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/G-lnaz-key-g-si-ir-a-yiyinami-358753/
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"