Баш ҡалала яңыраҡ урбанистика форумы уҙҙы. Унда Евразия фәнни-мәғариф үҙәге асыу тураһында һүҙ барҙы. Башҡортостан Башлығының фән мәсьәләләре буйынса советнигы Руслан Ҡаҙыханов һүҙҙәре буйынса, Радий Хәбиров һәр осрашыуҙа йәки ил етәксеһе Владимир Путин менән аралашҡанда төп мәсьәләләр иҫәбендә төбәктә башлап ебәрелеүсе фәнни-мәғариф проекттарына ярҙам итеү мәсьәләһен күтәрә.
- Төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенең нигеҙе фән һәм мәғариф системаһын үҫтереүгә ҡоролғанын Башҡортостан етәкселеге һәйбәт аңлай. Шуға һуңғы осорҙа университеттар, фән һәм бизнестың бергәләп ҙур проекттар өҫтөндә эшләүенә айырым иғтибар бүлә. Был донъяуи талаптарға ла яуап бирә, - тип билдәләй эксперт.
Бөгөн университеттар белем биреү үҙәге генә түгел. Улар төбәккә йүнәлеш биреүсе ҙур ойошма ла. Быға тиклем университеттар сәнәғәт һәм етештереү индустрияһы ҡалдығы булараҡ ҡабул ителә ине. Хәҙер юғары уҡыу йорттары таланттарҙы, бизнесты, инвестицияларҙы йәлеп иткән ойошма булараҡ ҡабул ителә.
- Шуға ла Республика Башлығының Стратегик башланғыстар агентлығының күҙәтеү советы ултырышында донъя кимәлендә эшләйсәк фәнни-мәғариф үҙәген асыуҙы хуплауы юҡҡа түгел. Беҙ фән һәм мәғариф системаһында күпте юғалттыҡ. Шуға ла ил күләмендә был йүнәлештә ойошторолған һәр сараға әүҙем ҡушылабыҙ, - ти Руслан Ҡаҙыханов.
Фото prt.pravitelstvorb.ru