Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, шәмбе, 11 июлдә Кушнаренко районы Илмырҙа ауылында һыуҙан 28 йәшлек егеттең кәүҙәһен сығарғандар. Уның үле кәүҙәһе дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәткәрҙәре тарафынан табылған. Егет йома уҡ юғалған булған. Егет менән нимә булғаны әлегә билдәһеҙ. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте республика халҡын һыу буйҙарында, ятҡылыҡтарҙа һаҡ булырға өндәй. Быйыл ғына 93 кешенең батып үлгәне тураһында тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрә.