Ҡалала Таҙалыҡ көндәре дауам итә. Был йома Пушкин исемендәге паркты төҙөкләндерергә ҡарар ителде.
- Һәр йома Таҙалыҡ көндәрен үткәрәбеҙ. Был юлы Пушкин исемендәге паркты тәртипкә килтерергә ҡарар иттек. Әлеге парк - ҡала халҡының яратҡан ял урыны. Бында ғаилә, балалар менән күпләп ял итәләр. Сарала, башлыса, һыу каналы, травмвай идаралығы, электр селтәрҙәре, мәғариф идаралығы ҡатнаша. Шулай уҡ идара итеүсе компаниялар һәм ҡала хужалығы идаралығы ла ярҙам итә, - тип һөйләй ҡала хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары Булат Садиҡов.