Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2020, 11:39

Юл фажиғәләре йәш ғүмерҙәрҙе алып китә

Уҙған ялдарҙа республикалағы юл фажиғәһе йәш кенә егеттең ғүмерен өҙҙө.

Уҙған ялдарҙа республикалағы юл фажиғәһе йәш кенә егеттең ғүмерен өҙҙө. М5 трассаһында, Туймазы районы биләмәһендә “ВАЗ-2110” менән “Хендай Крета” автомобилдәре бәрелешә. Ватан автомобиле руле артында 30 йәшлек Туймазы районы егете Азамат булһа, икенсе машина менән 35 йәшлек Силәбе өлкәһе кешеһе идара итә. Бәрелеш бик көслө була, Азаматтың машинаһы юлдан осоп китә һәм әйләнә. Йәш ир һәләкәт урынында йән бирә.
“КП-Уфа” баҫмаһы был аварияға аныҡлыҡтар индергән. Урында йәшәгән кешеләр һәм шаһиттар белдереүенсә, табиптар килеп еткәнсе Азамат тере булған.
- Авариянан һуң ул бер сәғәт самаһы ятты, уны табиптар ваҡытында алып китмәне, сөнки пульсты тикшерә торған аппараттары эшләмәй ине. Бәлки, уға ярҙам итеп булмай тип уйлағандарҙыр. Бәлки, күп ваҡыт юғалтҡандарҙыр. Кем белә, шунда уҡ дауаханаға алып китһәләр, иҫән дә ҡалыр ине, - тигән бер ҡатын.
Йәш егеттең өс йәшлек ҡыҙы һәм 23 йәшлек ҡатыны ҡалған. Йәштәр 2016 йылда өйләнешкән, ә 2017 йылдың 8 мартында ҡыҙҙары тыуған.
- Бик матур ғаилә ине. Азамат һәр ваҡыт ҡыҙы һәм ҡатыны өсөн тырышты, - ти дуҫтары.
Ҡатынына килгәндә, уның хәле бик ауыр.
- Ҡатынына икенсе көн уколдар яһап торалар, шуның менән генә тыныслана, уға ныҡ ҡыйын, - ти яҡындары.
Фото: Динар Ғилметдиновтың блогынан
Читайте нас: