газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2020, 12:20

Әсә ҡарынында - үле бала

Өфө районының Михайловка ауылында йәшәүсе 34 йәшлек ҡатын үҙе лә үлемдән саҡ ҡалған.

Өфө районының Михайловка ауылында йәшәүсе 34 йәшлек ҡатын үҙе лә үлемдән саҡ ҡалған. Ул килеп тыуған хәлдә иабиптарҙы ғәйепләй. Ә ҡатындың һүҙҙәренсә, дауаханала табиптың ғәйебен таныуҙан баш тарталар һәм эште йоморға тырышалар. Ҡатындың ғаиләһендә 10 йәшлек улдары үҫә. Улар ире менән икенсе бала тураһында хыялланалар. Ҡатын йөккә уҙғас, ғаилә парының ҡыуаныстарының сиге булмай. 20 аҙнаға тиклем йөклөлөк яҡшы уҙа, ә һуңынан икенсегә әсәй булырға хыялланған ҡатын ниндәйҙер насар үҙгәрештәр һиҙә башлай. Был турала ул табибына ла әйтә, әммә, тегеһе, барыһы ла яҡшы, тип ҡайтарып ебәрә. Ә һуңынан асыҡланыуынса, ҡатын алты аҙна ҡарынында үле бала йөрөткән булып сыға.сәбәбе - инфекция инеүҙә, тиҙәр.
Ғәйеплеләрҙе язаға тарттырыу өсөн, ҡатын социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбировтың сәхифәһендә ялыу ҡалдырған. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре был хәлде һис шикһеҙ асыҡларға һүҙ биргән.
Фото: clearbody.org
Читайте нас: