Республикала “Башҡортостанда етештерелгән” проекты өҫтөндә эшләүҙе тиҙләтәләр. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров белдерә.
“Республика бизнесына ярҙам итергә кәрәк. Был, айырыуса, эпидемиянан зыян күргән иҡтисад өсөн бик мөһим. Проект сеймал булмаған продукция етештереүселәргә “Башҡортостанда етештерелгән” (“Made in Bashkortostan”) берҙәм бренды аҫтында халыҡ-ара баҙарға сығырға булышлыҡ итергә, Башҡортостандың ыңғай имиджын булдырырға, төбәк продукцияһын бөтә донъяға танытырға тейеш.
Сит илдә һатылған тауар үҙенең артынан икенсеһен ылыҡтырырға тейеш. Әйтәйек, беҙҙең бал оҡшаған ҡулланыусы киләсәктә экологик яҡтан таҙа ит һәм һөт аҙыҡтарына, артабан еңел сәнәғәт һәм инновацион төҙөлөш материалдарына ла иғтибар итһен ине.
Был проект сиктәрендә эшҡыуар эштең һәр этабында - тышҡы баҙарға сығырға мөмкин булыуҙы аңлаған мәлдән алып әҙер, тәжрибәле экспортерға әүерелгәнгә тиклем Хөкүмәттән ярҙам аласаҡ. “Берҙәм тәҙрә” төҙөләсәк, унда һәр эшҡыуарҙың шәхси кабинеты буласаҡ. Бында ул проект хаҡында мәғлүмәт таба, үҙ тауарына халыҡ-ара сертификат, субсидиялар йүнләй, бизнес-миссияларҙа онлайн тәртиптә ҡатнаша ала.
Ғөмүмән, проект кәрәкле. Беҙҙең төбәккәүҙенең сифатлы бренды күптән кәрәк. Бында, иң мөһиме, командаға һөҙөмтәле эшләргә. Ҡулдан килер! Барығыҙға ла сәләмәтлек!” – тип яҙа ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
“Башҡортостанда етештерелгән” проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.