Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Был аҙна башында ҡуҙылар үҙҙәренең ниндәйҙер яңы эштә һынап ҡарай ала. Яҡшы кешеләр менән аралашырһығыҙ, һәйбәт хәбәрҙәр алырһығыҙ. Шәхси тормошоғоҙға ҡағылышлы ҡарар ҡабул итерһегеҙ. Ял көндәре уңышлы үтер.
Буға (21.04 – 21.05)
Һөнәри проблемаларығыҙҙы хәл итеү өсөн иң ҡулайлы көн дүшәмбе булыр. Кешеләр менән телләшмәгеҙ, етәксегеҙгә лә ҡаршы төшмәгеҙ. Ижади эшкә, аш-һыу әҙерләүгә тартылырһығыҙ. Артыҡ сығымдарға юл ҡуймағыҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Төрлө эшлекле бәйләнештәр булдырыу өсөн иң ҡулай осор. Проблемалар үҙҙәренән-үҙҙәре хәл ителер. Аҡсаға бәйле хаталаныуҙан һаҡланығыҙ. Икенсе яртығыҙ менән арағыҙҙан ҡара бесәй үтер. Ял көндәрендә тәбиғәткә ашҡынырһығыҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Етәксегеҙгә тап һеҙ юғарыраҡ вазифаға лайыҡ икәнегеҙҙе иҫбатларға тура килер. Руль артындағылар юлда һаҡ йөрөргә тейеш. Йәйәүлеләрҙең дә йәрәхәт алыу ихтималлығы юғары. Дуҫтарығыҙ менән һүҙгә килерһегеҙ. Аҙыҡтан ағыуланыуығыҙ бар.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙнаның тәүге көндәре бик үк уңышлы булмаҫ. Мөһим пландарығыҙҙың емерелеүе, өйҙәгеләр менән ғауға сығыуы мөмкин. Ҡалған көндәр ғәҙәти мәшәҡәттәр менән үтер. Ял көндәрен ҡаланан ситтә, яҡындарығыҙ менән бергә булырһығыҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Эшегеҙҙә төрлө ҡаршылыҡтар килеп сығып торор. Шуға күрә мөһим эштәргә тотонмай тороғоҙ. Аҡса алырһығыҙ ҙа, тиҙ тотоноп бөтөрһөгөҙ. Электр приборҙары ватылып аптыратыр. Нервығыҙҙың ҡаҡшауын тойорғоҙ, уны тергеҙеүгә яҡшы ял ярҙам итер.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙна яҡшы хәлдәрҙән башланыр. Дуҫтарығыҙ менән аралашырһығыҙ, йә романтикалы осрашыуға барырһығыҙ. Күберәк килем өсөн өҫтөмә эшкә тотонорһоғоҙ. Кәрәкле әйбер һатып алырһығыҙ. Ялығыҙ өй мәшәҡәттәре менән үтер.
Саян (24.10 – 22.11)
Күп эшләргә тура килер, уның ҡарауы, хеҙмәт хаҡын да күберәк бирерҙәр. Йондоҙҙар яҡындарығыҙ менән бәхәскә инмәҫкә кәңәш итә. Юғиһә, юлдарығыҙ айырылыр. Аҙна аҙағына өйөгөҙҙө йыйыштырыу насар энергетиканан таҙартыуға булышлыҡ итер.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна бик мәшәҡәтле килмәксе. Етәксе эшегеҙҙен тиҙ һөҙөмтә талап итер, шәхси проблемаларҙы ла ашығыс хәл итергә тура килер. Күп юл йөрөрһөгөҙ. Яңы таныштар барлыҡҡа килер. Ял көндәренә бушап, рәхәтләнеп күңел асырһығыҙ.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был аҙнала һеҙгә ялҡауланмаҫҡа һәм мөмкин тиклем актив булырға кәрәк. Шул саҡ эшегеҙ һөҙөмтәле булыр. Көтөлмәгән ерҙән аҡса алырһығыҙ, тик планлаштырылмаған сығымдарға ла әҙер булығыҙ. Яңы мөнәсәбәттәр ҡормағыҙ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна башы тормошоғоҙҙоң һәр өлкәһе өсөн дә уңышлы булмаҡсы. Шишәмбе яңы проектҡа тотонорһоғоҙ. Карьера үҫеше, финанс яҡтан яҡшы хәбәрҙәр көтөгөҙ. Ғаиләгеҙҙә мөхәббәт тантана итер. Тиҙ генә йыйынып, сәйәхәткә сығып китеүгеҙ бар.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Был аҙнаға мөһим эштәр планлаштырһағыҙ була. Һеҙ теләктәрегеҙгә ирешә алырһығыҙ. Буш хәбәрҙәр теңкәгеҙгә тейеп алыр. Шәхси тормошоғоҙҙа үҙгәрештәр булыуы мөмкин. Кеҫәгеҙ ҡалынайыр, әммә яҡындарығыҙға сығымдарығыҙ күп булыр.