газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июль 2020, 12:45

Конституция - ғәмәлдә

Рәсәйҙә 4 июлдән бөтә халыҡ тауыш биреүе менән хупланған төҙәтмәләр менән яңыртылған Конституция үҙ көсөнә инде. Ил Президенты Владимир Путиндың ошо туралағы указы хоҡуҡи мәғлүмәттең рәсми порталында баҫылған.

Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү 25 июндән 1 июлгә тиклем барҙы. Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә Төп законға үҙгәрештәр индереүҙе хупланы - төҙәтмәләр өсөн 77,92 процент ыңғай тауыш биргән.
Дәүләт Думаһында әле үк ҡануниәт нигеҙҙе үҙгәртеү буйынса эш башлағандар. Төҙөлөш һәм ҡануниәт буйынса комитет башлығы Павел Крашенинников һүҙҙәре буйынса, Төн закондың яңы положениеларын тормошҡа ашырыу өсөн 80-90 тирәһе закон ҡабул итергә кәрәк.
#ВладимиПутин
Читайте нас: