газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июль 2020, 11:55

Кеше үҙе мөрәжәғәт итһә...

Бер кеше бөҙрәханаға килә. Сәс алыу оҫтаһы менән улар ихлас һөйләшеп китә. Тора-бара Аллаһы Тәғәлә тураһында ла һүҙ йөрөтәләр.

Бер кеше бөҙрәханаға килә. Сәс алыу оҫтаһы менән улар ихлас һөйләшеп китә. Тора-бара Аллаһы Тәғәлә тураһында ла һүҙ йөрөтәләр.
- Беләһегеҙме, бына мин Алланың барлығына ышанмайым. Сөнки ер йөҙөндә һуғыштар, ауырыуҙар, фәҡирҙәр күп. Әгәр ул ысынлап та булһа, донъяла ғәҙелһеҙлеккә урын ҡалмаҫ ине. Шуның өсөн мин, Хоҙай Тәғәлә юҡтыр, тип уйлайым, - ти парикмахер.
Парикмахерҙың был һүҙҙәре сәс алдырыусыны уйланырға мәжбүр итһә лә, һүҙ көрәштермәй, хушлашып, ҡайтырға сыға. Урамда иһә үптән сәсе алынмаған, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан әрпеш кешене осрата һәм ҡабат бөҙәрәханаға инә.
- Бына мин әле урамға сыҡтым да, донъяла парикмахерҙар юҡтыр, тигән фекергә килдем...
- Нисек инде?! Бына мин - парикмахер, әле генә сәсегеҙҙе алдым.
- Парикмахерҙар юҡ. Әгәр улар булһа, донъяла анау әҙәм ише һаҡалтайҙар ҡалмаҫ ине...
- Юҡ, эш сәс алыусыла түгел, әгәр ул кеше миңә килһә, уны мотлаҡ хеҙмәтләндерер инем.
- Һеҙ хаҡлы. Мин дә шуны әйтергә теләгәйнем. Хаҡ Тәғәлә бар ул. Тик кеше үҙе уға бармай. Әгәр Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итһәләр, бәлки, башҡаса йәшәрҙәр, башҡаса фекерләрҙәр ине.
Читайте нас: