газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июль 2020, 13:15

«Арағыҙҙа минең кеүек аҡылға еңел кеше бармы?»

Популяр йырсы Фирдүс Тимяев инстаграмдағы сәхифәһендә йыш ҡына ҡыҙыҡлы видеолар ҡуйырға ярата. Шуларҙың береһендә юлда туҡтап, машинаһынан сыға ла, үҙе башҡарған йырына бейей башлай. Бынан тыш, артист социаль селтәрҙәге яҙылыусыларын уның йырҙарына шулай уҡ бейеп видеолар төшөрөп ебәрәргә саҡыра.

«Дуҫтар, арағыҙҙа минең кеүек аҡылға еңел кеше бармы? Кем мине йырҙарыма бейеп Инстаграмда билдәләй, үҙемдең историяға ҡуям», - ти ул.
Уның яҙылыусыларының был видеояҙмаға ҡарашы төрлөсә. «Һинең йырҙар менән тамуҡҡа ла барып керерһең», «йүнле кешеләр гел үҙ йырҙарын тыңлап йөрөмәй инде», тип яҙылыусылар ҙа бар.
Фото:vk.com
Читайте нас: