Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июль 2020, 20:35

Ришат Төхвәтуллин: «Әлиә янымда булмағас, сәй эсеүе лә күңелһеҙ»

Яратҡан йырсыбыҙ Ришат Төхвәтуллин сираттағы тура эфирын Рөстәм Ғәйзуллин һәм Әлиә Ҡарасурина менән үткәрҙе. Бында йырсы шиғыр һөйләп алды.

Яратҡан йырсыбыҙ Ришат Төхвәтуллин сираттағы тура эфирын Рөстәм Ғәйзуллин һәм Әлиә Ҡарасурина менән үткәрҙе. Бында йырсы шиғыр һөйләп алды.
– Һине шиғыр яҙа тип һөйләйҙәр, – тине Әлиә.

– Ооо, бәрәм дә ташлайым, бәрәм дә ташлайым! Ҡыҙып китәм дә шиғыр яҙам. Шиғыр кәрәкме һеҙгә? – тип шаяртты Ришат һәм тирә-яҡ, тәбиғәт матурлығы хаҡында шиғыр һөйләне. Ришаттың яңы шөғөлө тамашасыларының күңеленә хуш килде.

Йырсынан йәнә шиғыр һоранылар. «Самауырҙар ҡуйып ебәрҙем. Ағастар тултырып. Яндырып ебәрҙем шул самауырҙы. Сәйе ҡайнаһын тип».
«Әлиә янымда булмағас, сәй эсеүе лә күңелһеҙ», – тип яҙған бер тамашасы. Йырсы әлеге һүҙҙәрҙе хуплап, шиғыр ижад итә: «Самауыр ҡуйҙым күмерһеҙ. Ҡайнап сығыр, күрерһегеҙ! Әлиә янда булмағас, сәй эсеүе күңелһеҙ!»
Бынан тыш, Ришат тиҙҙән Әлиәнең яңы йыры сығыуын иғлан итте. Тиҙҙән премьера икән.

Йырсылар яңы концерт программаһының да әҙер булыуын белдерҙе. Әммә, коронавирусҡа бәйле, концерт миҙгеленең ҡасан асыласағы теүәл билдәле түгел.

Фото:Tatar-today.ru
Автор: Самат Ғәлин
("Башҡортостан" гәзите сайтынан)
Читайте нас: