Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко Дөйөм Рәсәй тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса онлайн-брифинг уҙғарҙы.
Территориаль һәм участка һайлау комиссияларында тауыш биреүҙе һәм йомғаҡлауҙы 29395 комиссия ағзаһы ойошторған. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, тауыш биреүҙә 2763098 кеше ҡатнашҡан, был исемлеккә индерелгән кешеләрҙең 90,83 процентын тәшкил итә.
Мөһим сарала Өфө халҡы әүҙемлек күрһәтте, йәғни 86,85 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне, ә республиканың башҡа ҡалаларында был һан – 88,28 процентҡа, райондарында 93,73 процентҡа тиң.
Тауыш биреүҙә ҡатнашҡандарҙан 2448685 кеше Конституцияға индерелгән төҙәтмәләрҙе хуплап, “ЭЙЕ” тип тауыш биргән, йәғни 88,68 процент. Шулай уҡ Өфө халҡының – 83 проценты, республиканың башҡа ҡалалары халҡының – 86,73 проценты, райондар халҡының 91,95 проценты илебеҙҙең Төп Законына индерелгән төҙәтмәләрҙе хуплаған.
292701 кеше Конституцияға индерелгән төҙәтмәләргә “ЮҠ” тип тауыш биргән, йәғни был барлыҡ ҡатнашыусыларҙың 10,60 процентын тәшкил итә, уларҙың 15,99 проценты – Өфөгә, 12,65 проценты республиканың башҡа ҡалаларына, 7,43 проценты райондарға тура килә.
Ғаризалар буйынса барған ерҙә тауыш биреү хоҡуғын 30809 кеше файҙаланған, йәғни “Мобиль һайлаусы” механизмын ҡулланғандарҙың 78,8 проценты.
Тауыш биреү хоҡуғына эйә булған 30 йәшкә тиклемге граждандарҙың 80 проценттан ашыуы үҙенең конституцион бурысын үтәгән.
Сарала ҡатнашыусыларҙың 15 проценттан ашыуы участка бинаһынан ситтә тауыш биргән. Тауыш биреү исемлегендә булған мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың 84,77 проценты ҡатнашҡан.